Фонд имени Мустая Карима основан в 2013 году семьей великого башкирского поэта. Основной задачей Фонда является поддержка башкирского языка и литературы.

«Наша задача – просветительская», – подчеркивает учредитель Фонда Тимербулат Каримов, внук писателя. Усилия Фонда сосредоточены на ознакомлении с творчеством Мустая Карима и его современников – Расула Гамзатова, Чингиза Айтматова, Кайсына Кулиева и других.

Фонд поддерживает изучение башкирского языка в школах, а также академические программы по изучению и исследованию башкирского языка и литературы, а также краеведению и истории Башкирии в вузах.

В 2015 году Фонд имени Мустая Карима учредил гранты для учащихся факультета башкирского языка и журналистики Башкирского государственного университета. Гранты выделяются ежегодно лучшим студентам: как изучающим творчество Мустая Карима, так и достигшим успехов в исследованиях башкирского языка, талантливым журналистам.

В 2019 году Башкирия отмечает 100-летие со дня рождения Мустая Карима. Эта дата важна для любого культурного человека. Целое поколение выросло на поэзии и прозе Мустая Карима, Расула Гамзатова, Кайсына Кулиева, Чингиза Айтматова. «Мы бы хотели сделать столетие Мустая Карима народным праздником – не только для Башкирии, но и для всей России», – говорит Тимербулат Каримов. В рамках юбилейных празднований ряд учебных, просветительских и литературных мероприятий пройдет в Уфе и других городах Башкирии, а также в Москве, Санкт-Петербурге и других городах России.

_____

Мостай Кәрим исемендәге фонд 2013 йылда бөйөк башҡорт шағирының ғаиләһе тарафынан ойошторолдо. Фондтың төп бурысы – башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә булышлыҡ итеү.

“Беҙҙең бурыс – мәғрифәтселек”, - тип билдәләй Фонд учредителе, яҙыусының ейәне Тимербулат Кәримов. Фондтың эшмәкәрлеге Мостай Кәримдең һәм уның замандаштары – Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡаларҙың ижады менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Фонд мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнеүҙе һәм шулай уҡ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, крайҙы һәм тарихты өйрәнеү буйынса академик программалар булдырыуҙы хуплай.

2015 йылда Мостай Кәрим исемендәге Фонд Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм журналистика факультетында белем алыусылар өсөн гранттар булдырҙы. Гранттар йыл һайын иң яҡшы студенттарға – Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүсе, һәм башҡорт телен өйрәнеүҙә уңыш ҡаҙаныусы һәләтле журналистарға – тапшырыласаҡ.

2019 йылда Башҡортостан Мостай Кәримдең 100-йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Был дата һәр мәҙәниәтле кеше өсөн мөһим. Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айтматов шиғриәте һәм прозаһында тотош бер быуын үҫеп сыҡты. “Мостай Кәримдең йөҙ йыллығы Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн халыҡ байрамына әүерелһен ине”, - ти Тимербулат Кәримов. Юбилей сиктәрендә Өфөнөң һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларында, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәй ҡалаларында уҡыу, мәғрифәтселек һәм әҙәбиәт менән бәйле байтаҡ саралар үтәсәк.
close